Ышаныч
-2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
15 октябрь 2019, 11:26

Һөнәри стандарттарға ярашлы булһа...

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса Урман хужалығы министрлығында семинар-кәңәшмә үтте.


Ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың етәкселәре һәм кадрҙар хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашлығында ойошторолған сара “Милли проекттарҙы үтәү барышында барлыҡ ойошмаларҙа һөнәри стандарттарҙы ҡулланыу процедураларын үткәреү. Етәксенең яуаплылығы” тигән темаға бағышланды.


Билдәле булыуынса, 2016 йылдың 1 июлендә көсөнә ингән һөнәри стандарттар тураһындағы федераль законда хеҙмәткәрҙәрҙең квалификация кимәлен баһалауҙың, штаттағылар менән эштә һөнәри стандарттарҙы ҡулланыуҙың, өҫтәмә ҡабул итеүҙең яңы нормалары ҡуйылды. Улар барлыҡ эш биреүселәр өсөн мотлаҡ булып тора.


“Өс сәғәтлек фекер алышыуҙа был мәсьәләнең төрлө аспекттары ҡаралды. Улар – хеҙмәт ҡануниәтендәге үҙгәрештәр, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә талаптар, отчеттарҙы тултырыу һәм тапшырыу тәртибе, электрон документ әйләнеше, хеҙмәт килешеүе төҙөүҙең үҙенсәлектәре, вазифалы кешеләрҙең һәм ойошмаларҙың административ яуаплылығы, – тине министр урынбаҫары Азамат Баев. – Ҡануниәткә ярашлы һөнәри стандарттарҙы индереүҙе тамамлау срогы тип 2019 йылдың аҙағы билдәләнде”.


Милли проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙың нигеҙе – һәр тармаҡта етәкселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри яҡтан камил булыуы, даими үҫешкә ынтылыуы, шул уҡ ваҡытта эшмәкәрлектең ҡануниәткә ярашлы теүәл алып барылыуы. Урман хужалығында үткән семинар-кәңәшмә тап ошо бурысты күҙ уңында тотоп уҙғарылды, милли проектты үтәүгә йүнәлтелгән уртаҡ маҡсаттарҙы нығытты.


Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүәнлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: