Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
милли проектлар
10 октябрь 2019, 11:39

Владимир Путинды Берлускони менән нимә бәйләй?

#ВладимирПутин

Италияның 83 йәшлек элекке Премьер-министры Сильвио Берлускони ошо көндәрҙә Сочиға килде. Бында ул Владимир Путин менән осрашып, Рәсәй Президентын тыуған көнө менән ҡотланы.


Италия сәйәсәте ветераны социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Путин менән халыҡ-ара хәл, Италия–Рәсәй мөнәсәбәттәре тураһында фекер алышыуҙары хаҡында яҙа. Европарламентҡа һайланған Сильвио Берлускони Путин янына тәүгә килмәй. Ул былтыр ҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһенә Сочиҙа төшкән фотоһын ҡуйғайны. Быйыл 4 июлдә иһә Рәсәй Президенты рәсми сәфәр менән Римға килгәнендә Берлускони менән осрашты.


Ике сәйәсмән ихлас ҡотлауҙары менән алмашып тора: 29 сентябрҙә Владимир Путин дуҫын ҡотлаһа, әле иһә Берлускони уны 67 йәше менән тәбрикләне.


#ВладимирПутин
Читайте нас: