Ышаныч
+2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
9 октябрь 2019, 11:23

Юлдар ҡышҡы миҙгелгә әҙерме?

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республика Башлығы Радий Хәбиров алып барған сираттағы "Транспорт сәғәте"ндә автотранспорт инфраструктураһын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мәсьәләләре ҡаралды.


Төбәктең Юл идаралығы хужалығы етәксеһе Виктор Жульков әйтеүенсә, быйыл төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге юлдарҙы ҡарау өсөн 3,1 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Дәүләт контракты нигеҙендә юл һәм күперҙәрҙең техник торошон күҙәтеү, юл билдәләрен, светофор, ҡойма-барьерҙары ҡуйыу һәм башҡалар буйынса комплекслы эш алып барыла.


Юлдарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ҙә ошо эшмәкәрлек иҫәбенә инә. Октябрь башына ҡышҡы миҙгелгә юл техникаһы паркының 80 проценты әҙерләнгән, боҙлауыҡҡа ҡаршы, шулай уҡ юлдарға һалҡын асфальт-бетон ҡушылмаһы хәстәрләнгән.


Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектында төбәк әһәмиәтендәге нормативтарға тап килгән автомобиль юлдары оҙонлоғон 50 проценттан арттырыу һәм юл-транспорт ваҡиғаларын 2017 йылға ҡарағанда 3,5 тапҡырға кәметеү бурысы ҡуйыла.


#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты

#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: