Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
милли проектлар
9 октябрь 2019, 10:54

Владимир Путин Америка астронавын ниңә бүләкләне?

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Америка астронавы Ник Хейгты Батырлыҡ ордены менән бүләкләне. Тейешле Указ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында донъя күрҙе.


Мәғлүм булыуынса, Ник Хейг былтыр 11 октябрҙә Рәсәй космонавы Алексей Овчинин менән “Союз МС-10” карабында МКС-ҡа юлланғайны. Әммә осоштоң өсөнсө минутанда “Союз-ФГ” ракетаһының һәләкәткә осрауы арҡаһында компьютер экипаж ултырған аппаратты атып төшөшөргә команда бирҙе. Космонавтар старттан йыраҡ түгел ергә имен-аман төшөп етте.


Бүләкләү тураһындағы документта билдәләнеүенсә, Америка астронавына награда “ғәҙәттән тыш шарттарҙа ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм юғары профессионализмы өсөн” тапшырыла.


#ВладимирПутин
Читайте нас: