Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
милли проектлар
8 октябрь 2019, 10:50

Владимир Путин бәшмәк йыйҙы

#ВладимирПутин

Тыуған көнө алдынан Владимир Путин Себер тайгаһында йөрөнө, тауға артылды.


Оборона министры Сергей Шойгу менән ил Президенты тайгала бәшмәк йыйҙы. Гөрөздә бәшмәге уның айырым иғтибарын йәлеп итте. “Бәшмәк, ә уның өҫтөндә тубырсыҡ”, – тип аптырауын йәшермәне Президент бәшмәкте ҡулында әйләндереп.


Был көндө Владимир Путин йәйәүләп тә, рулгә үҙе ултырып та тайга гиҙҙе. Урманда еләкле ҡыуаҡ ҡаҙып алды. “Мәскәү янындағы дачаңа ултыртырһың”, – тип шаяртты ул Шойгуны. “Бындай еләк үҫеп китһен өсөн Мәскәү янындағы һыу менән һауаның ошондағы кеүек булыуы кәрәк”, – тине министр. “Тап шуға ынтылырға кәрәк”, – тине дәүләт башлығы етдиләнеп.


Туҡталышта Путин менән Шойгу усаҡ яҡтылар. Артабан Владимир Владимирович тау түбәһенә менеп, тирә-яҡты күҙәтте. “Енисей юғарыран бигерәк матур күренә”, – тип һоҡланыуын йәшермәне ул. Президент әйтеүенсә, ул менгән тауҙың бейеклеге ике мең метр самаһы. “Болоттарҙан да күпкә юғарыраҡ күтәрелдек”, – тине дәүләт башлығы.


#ВладимирПутин
Читайте нас: