Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
8 октябрь 2019, 11:02

Путин: “Был фекер – төптө оятһыҙлыҡ!”

#ВладимирПутин

“Бөйөк Ватан һуғышын совет лидеры Иосиф Сталин башлаған, тип әйтеү төптө оятһыҙлыҡ”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин “Валдай” дискуссия клубы ултырышында.




“Сталин режимына характеристика биреп тормайым. Уның золом, лагерҙар, юғалтыуҙар менән бәйле булыуы барыһына ла мәғлүм. Ул илебеҙ тарихындағы “ҡара” биттәрҙе тәшкил итә. Әммә һуғышты Сталин башлаған тип әйтеү бөтөнләй оятһыҙлыҡ. Әйтерһең дә, 22 июндә таңғы сәғәт 4-тә Советтар Союзы Германияға һөжүм иткән”, – тине ул.




Президент совет халҡы өсөн һуғыштың фажиғәле эҙемтәләрен онотмаҫҡа саҡырҙы.



#ВладимирПутин
Читайте нас: