Ышаныч
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
4 октябрь 2019, 11:00

Владимир Путин мәскәүҙәрҙе ҡотланы

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәү өлкәһе халҡын төбәктең 90 йыллығы менән ҡотланы.


“Йөҙҙәрсә йыл дауамында боронғо Мәскәү яны ере Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙа, Ватандың азатлығына һәм бойондороҡһоҙлоғона янаған илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә ҙур терәк-таяныс булды.


Халҡыбыҙҙың бөйөк тарихи, рухи, хәрби дан ҡомартҡылары, баһалап бөткөһөҙ архитектура һәм сәнғәт хазиналары, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡурсаулыҡтары тап ошонда урынлашҡан”, – тиелә дәүләт Башлығының ҡотлау телеграммаһында.


Президент билдәләүенсә, Мәскәү өлкәһе халҡы, милли иҡтисад, фәндең, мәҙәниәт, мәғарифтың үҫешенә тос өлөш индергән, дәүләт, йәмәғәт, әҙәби, ижади эшмәкәрлектә абруй ҡаҙанған күп быуын яҡташтары менән ғорурлана ала. “Бөгөн Мәскәү өлкәһе ҡеүәтле инновациялы, технологик, интеллектуаль потенциалға, инвестиция ҡеүәтен арттырыу өсөн киң мөмкинлеккә эйә.


Төбәктә бөтә донъяла танылыу яулаған ҙур фән ҡаласыҡтары ойошторолған, сәнәғәттә, социаль өлкәлә һәм агросәнәғәт комплексында күләмле башланғыстар тормошҡа ашырыла, торлаҡ төҙөлөшө, туризм үҫә”, – тиелә Владимир Путиндың ҡотлауында.


#ВладимирПутин
Читайте нас: