Ышаныч
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
4 октябрь 2019, 11:04

Владимир Путин: “Эш хаҡы түләгәндә “фокус”тарға юл ҡуйылмаһын...”

#ВладимирПутин

“Табиптарға окладты арттырғанда компенсация түләүҙәре кәмергә тейеш түгел, бындай “фокус”тарға юл ҡуйырға ярамай”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты, Кремлдә һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыуға арналған кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың докладын тыңлағас.


Министр медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы структураһында окладтар буйынса гарантияланған түләүҙе кәмендә 55 процент кимәлендә Рәсәй Хөкүмәте акты менән нығытырға тәҡдим итте.


Ошо мәсьәләгә арналған кәңәшмәне Владимир Путин бер ай элек, йәғни августа үткәргәйне. Унда ил Башлығы һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһындағы хәлде ныҡ тәнҡитләне, “пациенттар – шарттарҙың насарлығына, сиратҡа, табиптар иһә түбән хеҙмәт хаҡына һәм эштең күплегенә ғәҙел зарлана” тип билдәләне.


Ул шулай уҡ тармаҡта кадрҙарға ҡытлыҡҡа ла иғтибарҙы йүнәлтте.



#ВладимирПутин
Читайте нас: