Ышаныч
-21 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
4 октябрь 2019, 11:59

Проект әҙер, эш башланасаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ҡуйылған бурыстар республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.


Төбәк кенә түгел, ҡала һәм район кимәлдәрендәге юлдарҙы ла хәстәрләү, комплекслы эш алып барыу дөйөм маҡсаттарҙы үтәүгә тос өлөш индерә. Халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы тап юлдарҙан башлау мөмһимлеген белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров. Бөгөн барыһы ла ошондай уңайлыҡҡа бәйле. Әгәр ауыл, ҡала араларында яҡшы бәйләнеш бар икән, үҫеш тә буласаҡ.


Милли проекттарҙы ҡарағанда ла, уларҙың барыһының да тип әйтерлек ыңғай тормошҡа ашырылыуы юлдарҙың яҡшылығына бәйле. “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәғариф”, “халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Демография”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу” һ.б. һәммәһенең дә уңыш нигеҙе – һәйбәт юлдарҙа.


Билдәле булыуынса, Өфөлә үткән “Урал транспорты” форумында ла был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирелде. Унда баш ҡаланы Интернационал урамы ҡырындағы яңы Ағиҙел күперенән М-7 федераль трассаһына тиклем көнбайыштан урап үтеү өсөн юл төҙөү планы тәҡдим ителде. Өфө хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, проектты өс этапта тормошҡа ашырыу планлаштырыла.


Иң тәүҙә “Алексеевка – 8 Март” юлына тиклем дүрт хәрәкәт һыҙатына иҫәпләнгән күпер төҙөү. Артабан Суровкаға ҡәҙәр юл һалыу. Унан – М-7 трассаһына тиклем.

Проектты тормошҡа ашырыуҙың яҡын арала башланыуы ихтимал. Әле подрядсы эҙләүгә әҙерлек бара.


Көнбайыш юлы Өфөнән Галла округы урамы яғынан сығыуҙағы көсөргәнеште кәметәсәк, Затон һәм Ағиҙел аръяғының ҡаланың төньяҡ өлөшө менән транспорт бәйләнешен яҡшыртасаҡ, шулай уҡ М-5 менән М-5 федераль трассалары араһында тура бәйләнеште тәьмин итәсәк.


“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в