Ышаныч
+9 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
3 октябрь 2019, 10:55

Үҙ ағасыңды ултырт!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

5 октябрҙә барлыҡ ҡала һәм райондарҙа "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы үтәсәк. Был сара "Экология" милли проектына ярашлы ойошторола.


Тирә-яҡты йәшелләндереү сараһында теләге булған һәр кем ҡатнаша, үҙенең ағасын ултырта ала.


Был көндә Өфөнөң Дим районындағы 162-се мәктәптә, Калинин районының Баландин һәм Мушников урамдары киҫелешендәге скверҙа, Йәшел урамында (15-се балалар музыка мәктәбенә ҡаршы Хәтер скверы); Киров районының Мөбәрәков урамында (Эшсе хәбәрселәр урамынан С. Перовская урамына тиклемге өлөштә), Киров урамы, 41-се йорт янында; Ленин районының Аксаков урамында (Коммунистик урамынан Чернышевский урамына тиклем), Осоусылар, 2Д һәм Полковник Меликов урамында; Октябрь районының Өфө йылғаһы боролошонан Академик Королев урамына тиклемге Яр буйы, Тужиловка урамынан Ковшова урамына тиклемге Яр буйы, Б. Бикбай урамынан М. Рыльский урамына тиклемге Яр буйы урамында, "Искра" кинотеатры артындағы Сәйетғәлиев, 6 адресы буйынса, элекке "Смена" кинотеатры артындағы скверҙа, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге урамда 5-се һәм 9-сы йорттар араһында; Орджоникидзе районының Машина төҙөүселәр урамынан Вологда урамына тиклемге Ҡулса урамында, Тыныслыҡ урамынан Космонавтар урамына тиклемге Комаров урамының бер өлөшөндә; Совет районының Карл Маркс урамынан Запотоцкая урамына тиклем Ибраһимов бульварында, Ибраһимов бульварынан Вокзал урамына тиклемге Карл Маркс урамы өлөшөндә, Еңеүҙең 50 йыллығы скверында, Әй урамындағы 69-сы йорт янында ағас ултыртыла.


Акцияла ҡатнашыу, ниндәй майҙансыҡтарҙа ағас ултыртыу, кәрәкле эш ҡоралдары алыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса урындағы хакимиәттәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты ошондай бүлектәрҙән тора: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”.


Рәсәйҙә милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 4 триллион 41 миллиард һум ҡаралған.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: