Ышаныч
-2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
30 сентябрь 2019, 11:17

Кемгә шәкәр кәрәк?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Билдәле булыуынса, республика етәкселеге аграр тармаҡ өсөн "Экспорт сәғәте" үткәрә башланы.


Был сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Ул Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәйҙең Өфөләге экспорт үҙәге, төбәктәге "Россельхознадзор" һәм Экспортҡа ярҙам үҙәге белгестәре ҡатнашлығында айына ике тапҡыр уҙғарыласаҡ.


Әйткәндәй, республиканың ауыл хужалығы аҙыҡтары Латвияға, Иранға, Ҡаҙағстанға, Төркиәгә, Сәғүд Ғәрәбстанына һәм башҡа илдәргә оҙатыла. Былтыр экспорт күләме, 2017 йылдан ике тапҡырға артып, 76,3 миллион доллар тәшкил иткән. Экспорттың яртыһы тиерлек иген булһа, сирек өлөшө – көнбағыш һәм рапс майы. Бынан тыш, сит илдәргә йомортҡа, бал, шәкәр, мал аҙығы оҙатылған.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: