Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
27 сентябрь 2019, 11:06

Йәнә Путиндың яратҡан туңдырмаһы хаҡында...

#ВладимирПутин

Быйыл августа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың МАКС авиасалонында Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоганға һәм үҙенә туңдырма һатып алыуы күптәрҙең хәтерендәлер.




Президент “Кореновка һәүкәше” (“Коровка из Кореновки”) туңдырмаһын быға тиклем дә маҡтап телгә алған икән. 2017 йылдың июлендә Жуковскийҙағы МАКС авиасалонына барғанында ул министрҙарҙы ошо тәмлекәс менән һыйлаған. 2018 йылдың мартында иһә ул Краснодарҙағы Лукьяненко исемендәге Милли иген үҙәгендә Кореновка туңдырмаһын “иң тәмлеһе” тип билдәләгән.




Кореновка һөт-консерва комбинаты туңдырманан тыш, ҡуйыртылған һөт, ойотолған һөт ризыҡтары, май етештерә. Уның Краснодар крайында һәм Белгород өлкәһендә ике предприятиеһы бар. Тиҙҙән Краснодарҙа комбинат Президенттың яратҡан туңдырмаһын экспортҡа сығарыу өсөн цех төҙөргә ниәтләй.



#ВладимирПутин
Читайте нас: