Ышаныч
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
27 сентябрь 2019, 11:20

Һөҙөмтә бар – киләһе йылда ла үтәсәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарына ярашлы Башҡортостанда ойошторолған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында йөҙ меңгә яҡын кеше тикшерелгән.


Был тармаҡта төп проблемаларҙың береһе – күптәрҙең, айырыуса үҙәктәрҙән йыраҡта, төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәрҙең медицина ойошмаларына күренеп, һаулыҡ торошон контролдә тотмауы. Сир аяҡтан йығыр хәлгә еткәс кенә мөрәжәғәт итеү йыш ҡына ыңғай һөҙөмтә бирмәй, һуң була. Медицинаның ошо иң “ауыртҡан” урынын “дауалау”ҙан башлау бурысын ҡуйҙы Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы – ошо күрһәтмәгә ярашлы ойошторолған төп сараларҙың береһе.


Билдәле булыуынса, ул быйыл 22 апрелдә старт алды. Акцияла күсмә Һаулыҡ үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар, маммографтар, Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша. Улар килгән урында мөрәжәғәт иткән һәр кемде ҡарай, һаулығын төрлө яҡлап тикшереп, консультация бирә, киҫкен осраҡтарҙа артабан медицина учреждениеларына күренергә юллама яҙа. Халыҡ ошо рәүешле ауылдан сыҡмай ғына беренсел медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә.


Билдәле булыуынса, республикала биш маршрут буйынса – Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет яҡтарына – автопоездар сыҡҡайны. Уларҙың барыһы ла раҫланған графикка ярашлы хәрәкәт итә.


“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы беренсел медик-санитар ярҙамы сараларын көсәйтеү, яңы күсмә модулдәр алыу, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” кеүек акциялар үткәреү ауыл халҡына медицина булышлығын яҡынайтып, уларға профилактик медицина тикшереүе, диспансеризация үткәреү мөмкинлеген бирҙе. Был акцияны киләһе йылда ла уҙғарыу планлаштырылған”, – ти республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина иҫкәртеүе буйынса штаттан тыш баш белгесе Сара Әхтәмова.


Бөгөнгә мәғлүмәттәр буйынса, был сара барышында 96 362 кешенең һаулығы тикшерелгән, уларҙың 535-ендә – яман шешкә, 836-һында – шәкәр диабетына, 88-ендә туберкулезға шик барлығы билдәләнгән. Был пациенттар диагнозды аныҡлау өсөн профилле белгестәргә йүнәлтелә.


Акция 2019 йылдың 10 октябренә тиклем барасаҡ.


Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреүҙе һ.б. тәүмаҡсат итеп ҡуя. Уны 2019 – 2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: