Ышаныч
-16 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
13 сентябрь 2019, 11:10

Владимир Путин – 280 кеше һәләк булған ерҙә

#ВладимирПутин

Ошо көндәрҙә был ваҡиғаға 20 йыл тула.

1999 йылдың август-сентябрендә Дағстан ерендә хәрби бәрелеш булды. Чечня яғынан террорсылар республикаға һөжүм итте. Бәрелеш һөҙөмтәһендә 280-дән ашыу кеше һәләк була, 800-ҙән күберәге яралана. Дағстанға һөжүм өсөн 70-тән ашыу кеше хөкөмгә тарттырыла.

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Махачкалаға килде. Аэропорттан ул Ботлихҡа юллана. Унда дәүләт башлығы хәрби хәрәкәттәр осорондағы халыҡ ополчениеһында ҡатнашыусылар менән аралашасаҡ һәм һәйкәлгә сәскә һаласаҡ.


#ВладимирПутин
Читайте нас в