Ышаныч
-16 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
3 сентябрь 2019, 11:01

Владимир Путинға туңдырма һатҡан ҡыҙ табылған

#ВладимирПутин

Рәсәй Президентына ике йыл рәттән МАКС авиасалонында туңдырма һатҡан ҡыҙҙы тапҡандар, ниһайәт.


Екатерина Сафронова Төркиә Президенты Рәжәп Эрдогандың Рәсәй лидеры алып биргән туңдырманы ҡулына алғас, бер аҙ аптырап ҡалыуы тураһында һөйләне. Баҡтиһәң, Төркиә етәксеһе туңдырмаға ҡушып ҡалаҡ бирмәүҙәренә ғәжәпләнгән. “Беҙҙең ассортиментта тик фасовкаланған туңдырма ғына ҡаралғайны, ә уның ҡалағы юҡ”, – тине ҡыҙ. Владимир Путиндың туңдырма һайлауы хаҡында һатыусы былай тине: “Президент оҙаҡ ҡына һайланды, ҡайһы туңдырманы алырға белмәй икеләнеп торҙо. Ахырҙа ике тәмлекәсте һайланы: береһе – ҡаймаҡлы, икенсеһе – шоколадлы”.


Сафронова МАКС-та икенсегә ил башлығына туңдырма һатыуына ла аңлатма бирҙе. “Беҙҙең компания авиасалонда өсөнсө йыл эшләй, сауҙаны һәм туҡланыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, мин ябай һатыусы түгел, ә МАКС-та сауҙаны ойоштороу менеджеры”, – тип серен асты ул.

#ВладимирПутин
Читайте нас в