Ышаныч
-17 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
20 август 2019, 11:00

Владимир Путин бензин хаҡын тотҡарлау сараһын күрҙе

#Владимир Путин

Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин бензин һәм дизел яғыулығы хаҡын тотҡарлауҙы күҙаллаған законға ҡул ҡуйғайны. Белгестәр, “Росстат” мәғлүмәттәрен файҙаланып, АИ-92 бензинының бер литры Рәсәй халҡы өсөн күпмегә төшөүен иҫәпләп сығарҙы.


Асыҡланыуынса, Ямал-Ненец автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһы һәм Ненец автономиялы округы халҡы үҙенең эш хаҡына иң күп бензин һатып алыу мөмкинлегенә эйә икән. Рейтинг лидерҙары айына 2080 литр, мәскәүҙәр – 1798, ненецтар иһә 1609 литр яғыулыҡ файҙалана ала.


Рәсәй буйынса халыҡтың уртаса бензин яғыу күрһәткесе 926 литр тәшкил иткән. Санкт-Петербургта, Яҡут Республикаһында, Мурманск өлкәһендә, Комиҙа, Ханты-Манси автономиялы округында, Магадан һәм Сахалин өлкәләрендә, Камчаткала һәм Чукоткала кешеләр айына мең литрҙан ашыу, ә Башҡортостанда 708 литр АИ-92 бензинын һатып ала ала.


Бензин файҙаланыу мөмкинлеге йәһәтенән Рәсәй Европа илдәре исемлегендә, Украина менән Белоруссияны үтеп, 16-сы баҫҡысты биләй.


#Владимир Путин
Читайте нас в