Ышаныч
-21 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
15 август 2019, 10:51

Путин Киев менән һөйләшергә теләй, ләкин...

#владимирпутинРәсәй Президенты

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков бөгөн журналистарға шулай тип белдерҙе: Владимир Путин Киев менән диалог яҡлы, әммә хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа һөйләшеү генә етмәй, килешелгәндәрҙең мотлаҡ үтәлеүе кәрәк.


“Рәсәй менән Украина дәүләттәре етәкселәренең аралашыуын фәҡәт ыңғай ғына баһаларға мөмкин”, – тине Д.Песков.


Украина президенты вазифаһына Владимир Зеленский килгәс тә Владимир Путин уның менән ике тапҡыр – 11 июлдә һәм 7 августа – телефон аша һөйләшкән. Әңгәмә Укаринаның көньяҡ-көнсығышындағы хәлде яйға һалыу һәм Минск килешеүҙәрен үтәү тураһында барған.
Читайте нас в