Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
милли проектлар
13 август 2019, 10:40

Владимир Путин кемде мотоциклда йөрөткән?

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Севастополдә үткән халыҡ-ара байк-шоуға «Урал» мотоциклына Ҡырым башлығы Сергей Аксеновты һәм Севастополь губернаторы вазифаһын башҡарыусы Михаил Развожаевты ултыртып алып килгән.

Президент “Төнгө бүреләр “ мотоклубы ойошторған ҙур сарала ҡатнашты. Уны клубтың лидеры Александр Залдостанов (Хирург) оҙатып йөрөнө. “Был - бик яҡшы башланғыс. Ул техника һөйөүселәр ҙә, мотоцикл һөйөүселәр ҙә, кем Тыуған илебеҙҙе бөтә йөрәге һәм күңеле менән һөйә - барыһы өсөн дә яҡшы идея”, - тине Путин.

Байкерҙар беренсе слетты ун йыл элек Севастополдә Гасфорт тауы эргәһендә үткәргәйне. Уның нигеҙендә һәр саҡ илһөйәрлек темаһы ята. Быйыл да ул йүнәлешенән тайпылмай, трюктар, пиротехник һәм музыкаль саралар менән үтә.

#ВладимирПутин
Читайте нас: