Ышаныч
-16 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
6 август 2019, 10:57

Владимир Путин ҡайғы уртаҡлашты

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ Президенты Дональд Трампҡа, Техас һәм Огайо штатындағы фажиғәле ваҡиғалар айҡанлы, ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәргән.


Дональд Трамп кисә ил буйынса матәм иғлан иткән, биш көнгә барлыҡ дәүләт биналарында ла дәүләт флагтарын төшөрөргә ҡушҡан.


Мәғлүм булыуынса, Техас штатының Эль-Пасо һәм Огайо штатының Дейтон ҡалаһында ҡораллы енәйәтселәр кешеләргә ҡаршы ут асҡан. Был ике ваҡиғаның араһы – 13 сәғәт, уның һөҙөмтәһендә 29 кеше һәләк булған, тиҫтәләрсә кеше йәрәхәтләнгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе атып үлтергән. Был, үҙ сиратында, башҡаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.


АҠШ-та ҡоралдың иркен һатылыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ғәйепһеҙ кешеләргә һөжүм итеү – был дәүләттә таралған күренеш. Өҫтә телгә алынған ваҡиғалар йыл башынан теркәлгән, күп кеше ҡорбандарына килтергән 21-се һәм 22-се ваҡиға.

#ВладимирПутин
Читайте нас в