Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
милли проектлар
5 август 2019, 11:01

Владимир Путин түләүҙәрҙе арттырҙы

Ил Президенты 1,5 йәштән өс йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүҙәрҙе арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Ил Президенты 1,5 йәштән өс йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүҙәрҙе арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер ғаиләләргә элекке 50 һум урынына төбәктәге балалар йәшәү минимумы күләменә ярашлы сумма түләнәсәк.


Закон мохтажлыҡ критерийҙарын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә ҡабул ителде. Элек йән башына тура килгән килем күләме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумының 1,5 тапҡырға арттырылған дәүмәленән юғары булмаһа ғына ғаиләләр түләүгә хоҡуҡлы һаналды. Хәҙер уны килемдәре йәшәү минимумы күләме ике тапҡырға арттырылған дәүмәлдән түбәнерәк булғандар аласаҡ. Үҙгәрештәр беренсе йәки икенсе балаһы тыуған ғаиләләрҙең 70 процентына ҡағыласаҡ.


Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Түләүҙәр күләме-10-11 мең һум тирәһе.
Читайте нас: