Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
5 август 2019, 11:10

Владимир Путин рөхсәт итте

Владимир Путин Рәсәйҙә йәйә - уҡ менән һунарсылыҡ итергә рөхсәт иткән законға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин Рәсәйҙә йәйә - уҡ менән һунарсылыҡ итергә рөхсәт иткән законға ҡул ҡуйҙы.


Баҫылып сыҡҡандан һуң 180 көн үткәс, закон үҙ көсөнә инәсәк. Граждандар бындай ҡоралды лицензияһыҙ һатып аласаҡ, әммә уны мотлаҡ Росгвардияла теркәтергә кәрәк буласаҡ. Ҡулыңда һунарсылыҡ билеты һәм ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт ҡағыҙы булыуы шарт.


Әлегә был ҡоралды спорт менән шөғөлләнгәндә генә ҡулланып була ине.

Росгвардияның баһалауынса, ошоға оҡшаш арбалеттар халыҡта ҙур популярлыҡ яулай бара, рәсәйҙәр бындай изделиеларҙы күпләп ала. Һуңғы биш йылда 60 миллион һумлыҡ уҡ һәм арбалеттар һатылған.
Читайте нас: