Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
милли проектлар
25 июль 2019, 11:28

Мәғарифты үҫтереүгә субсидия

Ошо айҙа Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан

Ошо айҙа Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан 2020 – 2022 йылдарҙа “Мәғариф” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар бүлеүгә асыҡ конкурс үткәрелде.


Еңеүселәр араһында беҙҙең республика ла бар, һөҙөмтәлә ул федераль бюджеттан субсидия аласаҡ субъекттар исемлегенә инде.


Башҡортостанда был суммаға өс йыл эсендә һанлы һәм гуманитар йүнәлешле 133 “Үҫеш нөктәһе”, туғыҙ “IT-куб” белем биреү үҙәктәре; һөнәри әҙерлек үҙәге; өс “Кванториум” мобиль технопаркы; педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ камиллаштырыу маҡсатында өс үҙәк; педагогтарҙың квалификацияһын, һөнәри оҫталығын баһалау үҙәге булдырыласаҡ.


Федераль проектҡа ярашлы, еңелләштерелгән программа буйынса эшмәкәрлек алып барған туғыҙ белем биреү ойошмаһының матди-техник базаһын яңыртыу, шулай уҡ 690 мәктәпкә һәм колледждарға һанлы белем биреүҙең маҡсатлы моделен индереү планлаштырыла.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: