Физика һәм ҡытай теленән һынау тотоу нескәлектәре етди үҙгәрәсәк. Уҡыусы тәүгеһенән биш түгел, ә алты мәсьәләгә ентекле яуап бирергә тейеш. Ә астрофизика элементтарын белеүгә ҡоролған мәсьәләлә ике йәки өс дөрөҫ яуап варианты буласаҡ. Уҡыусы үҙе дөрөҫ һанаған сиселештәрҙең барыһын да билдәләргә тейеш.
Йәнә белгестәр рус теле, тарих, география, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән ҡайһы бер эштәрҙең яуабын баһалау тәртибен үҙгәртте. Ә бына математика, химия, биология, информатика, әҙәбиәт һәм сит телдәр буйынса барыһы ла элеккесә ҡала.