Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
мәгариф
16 август 2019, 17:06

Бушаған шәмбе көнө буш булмаясаҡ

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин:

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин:

– Быйылғы республика август кәңәшмәһе элеккеләренән айырыла: традицияға ингән фекер алышыу майҙансыҡтарынан тыш, беҙ стратегик сессиялар ҙа үткәрәбеҙ. Улар барыһы бишәү һәм мәғариф системаһының көнүҙәк мәсьәләләренә арнала, был саралар аныҡ тәҡдимдәр йыйыуҙы маҡсат итеп ҡуя.


Беҙҙе нимәләр борсой һәм ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ? Тәүге сиратта – белем биреүҙең сифаты. Һәр баланың һәләтен асыҡларға һәм үҙен шул йүнәлештә үҫтерергә ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Һәләтһеҙ балалар булмай.


Икенсеһе – биш көнлөк уҡытыуға күсеү. Күп кенә педагогтар шул арҡала эш хаҡы кәмемәҫме тип ҡурҡа. Уларҙы тынысландырырға теләйем: хеҙмәт хаҡы ҡыҫҡармаясаҡ.


Коллегаларым ҙур теләк менән фекер алышҡан тағы бер тема: "бушаған" шәмбе көнөн нисек файҙаланырға? Бында төрлө түңәрәктәр һәм секциялар асырға киң мөмкинлектәр тыуа. Был йәһәттән дә тәҡдимдәр күп: IP-технологиялар, робот техникаһы, мехатроника һәм башҡалар.
Читайте нас: