Ышаныч
-16 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
мәгариф
16 август 2019, 13:32

Бер мең сит ил кешеһе табип буласаҡ

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан дәүләт медицина университетының ғилми эш буйынса проректоры Ирина Рәхмәтуллина ла ҡатнаша.

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан дәүләт медицина университетының ғилми эш буйынса проректоры Ирина Рәхмәтуллина ла ҡатнаша. Ул:

– Мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә юғары белем биреү системаһының бөгөнгө хәле тикшерелә. Беҙҙең юғары уҡыу йортонда ғилми эш әүҙем алып барыла. Төп маҡсат – кешенең һаулығын ул тыуғандан алып ғүмеренең аҙағына саҡлы һаҡлау, уның ғүмер буйы әүҙем тормош алып барыуына өлгәшеү. Был йүнәлештә беҙ һанлы медицинаға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Университет АҠШ, Германия, Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итә. Күҙәнәк технологиялары, молекуляр диагностикалау һәм башҡа йүнәлештәрҙә эш әүҙем бара тип әйтә алам. Студенттар менән алмашыу ҙа һәйбәт традицияға әйләнде. Әле беҙҙә бер мең сит ил студенты уҡыһа, 2024 йылға уларҙың һанын өс меңгә еткереү бурысы ҡуйылды, – ти.
Читайте нас в